ҠУЖБАҠТЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡужбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 129 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 917; 1939 — 974; 1959 — 675; 1989 — 431; 2002 — 402; 2010 — 372 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Бөрө өйәҙе Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 78 йортта 313 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.