АНАНЬИН МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 8 б. аҙ. — 3 б. ҡарай. 1858 й. Ананьин а. (ТР) янында П.В.Алабин һәм И.В.Шишкин асҡан ҡәберлек исеме м‑н аталған. Башҡортостанда А.м. ҡараған 50‑гә яҡын ҡомартҡы асылған, улар Ағиҙел, Кама, Өфө йй. басс. тупланған (Бөрө ҡаласығы, Камышинка ҡаласыҡтары, Кәкрекүл ҡаласығы, Ташйылға археологик комплексы, Торатау ҡаласығы, Трикол ҡаласығы, Әнәс ҡаласығы, Юлдаш ҡаласығы, Яңы Ҡабан ҡаласығы һ.б.). Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәр майҙанында урынлашҡан һәм тәпәш ур һәм соҡор (1 йәки бер нисә) м‑н уратылған ҡаласыҡтарҙан ғибәрәт. Ер өҫтөндә төҙөлгән бүрәнә йорттар (10×5 йәки 12×4) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика түңәрәк төплө, ишелгән бау һыры һәм соҡорло‑тешле биҙәк төшөрөлгән туҫтаҡ рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Бронза кельт балталар, уларҙы ҡойоу өсөн таш ҡалыптар, һөйәк гарпундар, баҡыр ҡармаҡтар, балсыҡ сопло һыныҡтары, шлак табылған.

Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ергә ҡаҙып эшләнгән ҡәберлектәр. Мәйеттәр аяҡтары м‑н йылға яғына ҡаратып, төбөнә ағас ҡайыры йәки үлән түшәлгән һай ғына тура мөйөшлө ҡәберҙәргә ерләнгән. Ир заты ҡәберҙәрендә — эш һәм яу ҡоралдары (бронза хәнйәрҙәр һәм кельт балталар, бронза һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тимер һөңгө остары һәм бысаҡтар, таш ҡайраҡтар), ҡатын‑ҡыҙҙыҡында биҙәнеү әйберҙәре (бронза беләҙектәр, тегеп ҡуйылмалы айылдар, тәңкәләр, суҡлы һырғалар, муйынсаҡтар) табылған. Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙә (фаразланыуынса, юғары ҡатлам яугирҙарыныҡында) төйҙәһе йыртҡыс йәнлек йәки ҡош башы рәүешендә эшләнгән бронза айбалталар, муйын ҡулсалары, тимерҙән эшләнгән ҡыҫҡа ҡылыстар, бронза беркеткестәр м‑н биҙәлгән билбауҙар осрай. А.м. Волга‑Каманың урман һыҙатында Ҡормантау мәҙәниәте, Маклашеевка, Лебяжье, Ҡазан эргәһе мәҙәниәттәре нигеҙендә формалашҡан. Халҡы малсылыҡ (башлыса сусҡа, йылҡы һәм һыйыр малы үрсеткәндәр), һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, ағасы үртәп төпләнгән ерҙәрҙә игенселек, баҡыр ҡойоу һәм тимер етештереү, иләү, туҡыусылыҡ, һөйәк һәм тире эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. А.м. вәкилдәре Евразия далалары күскенселәре һәм Кавказ ҡәбиләләре м‑н тығыҙ сауҙа һәм мәҙәни бәйләнештәр тотҡан. Ананьин ҡәбиләләре Ҡараабыҙ мәҙәниәте һәм Пьяный Бор мәҙәниәте халыҡтарының формалашыу компоненттарының береһе булған. А.м. өйрәнеүселәр: В.Ф.Генинг, В.С.Горбунов, А.В.Збруева, К.В.Сальников, А.П.Смирнов, А.А.Спицын, А.Х.Халиҡов һ.б.

В.А.Иванов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке