ҠУЖАН, Хоҙайбирҙе, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 13 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Моһаҡ й. (Йәнгел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 280 кеше; 1920 – 261; 1939 – 269; 1959 – 247; 1989 – 298; 2002 – 297; 2010 – 256 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Дәүләт а. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Дәүләт, Күсәр, Хоҙайбирҙе аа.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Хоҙайбирҙе исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала, 1847 й. алып билдәле. Шулай уҡ Башай (“башай” этнонимынан; ҡара: Тамъян) булараҡ теркәлгән. 1866 й. 36 йортта 199 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1923 й. хәҙ. исемен (Ҡужан Мәүлиғолов исеменән) йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Өлтөк Ҡарағас төбәге – тәбиғәт ҡомартҡыһы. И.Х.Һиҙиәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке