ҠУЖАҠОВ Морат Ғәлләм улы [10.3.1904, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Мораптал а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 30.10.1986, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Көйөргәҙе р‑нының В.И.Чапаев ис. к‑зында эшләй. 1942 й. апр. башлап Сталинград, Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы (112‑се Башҡ.) гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының ҡылыслылар отделениеһы ком. гвардия өлкән сержанты Ҡ. 1943 й. 27 сент. ҡараған төндә Белорус ССР‑ы Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) 1964 й. тиклем Көйөргәҙе р‑нының С.М.Киров ис. к‑зында эшләй: 1953 й. тиклем рәйес, 1953—57 йй. бригадир. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында урамға Ҡ. исеме бирелгән, урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.