ҠОҘАЯРОВ Георгий Шакир улы [24.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Абдулла а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) – 17.2.2015, Өфө], инженер‑иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1970). Мәскәү транспорт‑иҡтисад ин‑тын тамамлаған (1953). 1960 й. башлап Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑нда: 1968 й. — лаб. етәксеһе, 1973 й. — лаб. мөдире; 1987—2002 йй. Башҡ‑н нефть сәнғәте ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында (1989— 92 йй. лаб. мөдире) эшләй. Ҡ. ҡатнашлығында юғары һөҙөмтәле Пластобит‑2М изоляция ҡапламаһы һәм уның м‑н магистраль үткәргес торбаларҙы көпләү технологияһы уйлап табылған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 1 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983).

Хеҙм.: Экономика, организация управления и планирования нефтеснабжения. М.,1975 (авторҙ.)

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке