ҠУДАШЕВТАР, кенәздәр нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Яфай Ҡ. (16 б. 1‑се ярт.), мырҙа. Әбдүк Илек улы Ҡ. һәм Яҡуп Илек улы Ҡ. 18 б. 60‑сы йй. Тамбов наместниклығының Темников өйәҙенән Ырымбур губернаһына күсеп килә. Әбдүк Илек улы Ҡ. улы — Йүҫкәй (Йүҫпәй, Йосоп) Әбдүк улы Ҡ. (1739/1740—? ), мырҙа. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75), Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыусы. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында тотола. Сәйетгәрәй Әбделсәләм улы Ҡ. (1842—?), фельдфебель. Ҡырым һуғышында (1853— 56), 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Ҡ. нәҫеле Киев, Полтава, Тамбов һәм Херсон губернала‑ рының дворян нәҫел тарихы китап‑ тарының 6‑сы киҫәгенә индерелгән. И.Б.Ашҡаҙарский, Б.Б.Ҡудашев, Ринат Ш.Ҡудашев, Ришат Ш.Ҡудашев, Р.Х.Ҡудашев, Х.И.Ҡудашев, Ф.Х.Ҡудашева Ҡ. нәҫеленә ҡарай.

Р.Х.Ҡудашев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.