ҠУДАШЕВА Флорида Хөсәйен ҡыҙы (22.9.1940, Өфө — 10.10.2016, шунда уҡ), химик. Химия ф. д‑ры һәм проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1996). Ҡудашевтар нәҫеленән, Х.И.Ҡудашевтың һәм Ф.М.Камалетдинованың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1978—86 йй. химия ф‑ты деканы, 1987 й. алып дөйөм химия технологияһы һәм аналитик химия каф. мөдире, 2004—12 йй. аналитик химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефтехимия һәм нефть эшкәртеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, тирә‑яҡ мөхит объекттарын анализлағанда хроматография ҡулланыуға арналған. Ҡ. тарафынан ауыр нефть ҡалдыҡтарының углеродлы сүстәргә күсеүенең физик‑химик законлыҡтары, тирә‑яҡ мөхит объекттарында экотоксиканттарҙың хроматографик анализ ысулдары табылған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Экоаналитический контроль в системе оценки качества окружающей среды. М., 2004 (авторҙ.); Страницы истории химического факультета. Уфа, 2010 (авторҙ.); Жидкофазное окисление сернисто‑щелочных сточных вод нефтеперерабатывающих производств. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Е.С.Кручкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке