ҠУДАШЕВА Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы (15.5.1956, Сибай ҡ.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. тамамлаған (2009; педагогы В.И.Панфёров). 1975 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Башҡ. филармонияһы‑ ның балет артисы, 1978—80 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) бейеүсеһе, 2012 й. башлап Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә (бөтәһе лә – Өфө) эшләй. Сәнғәте хислелеге һәм сағыу темперамент м‑н айырылып торған характерлы бейеүсе. Репертуарында “Батмус менән бейеү”, “Йәшлек вальсы”, “Ҡабырсаҡ”, “Сәскәләр менән бейеү”, “Шаян килен”, ш. уҡ ғәрәп, корея, коряк, ҡалмыҡ, ҡытай, татар һ.б. донъя халыҡ бейеүҙәре бар. “Октомбрия” (Кишинёв), “Ок‑ тябрьский” (С.‑Петербург), “Рәсәй”, П.И.Чайковский ис. концерт залдарында, Эстрада театры сәхнәһендә (бөтәһе лә — Мәскәү) бейей. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында (1976) һәм ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981), Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. Рәсәй һәм сит илдәр (Голландия, Ҡытай, Перу, Сүриә, Финляндия һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз эстрада бейеүе фестивале лауреаты (Кишинёв, 1989).

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.