ҠУДАШЕВ Хөсәйен Илдархан улы (10.5.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 13.11.1986, Дәмәшҡ, Өфөлә ерләнгән), актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1983) һәм атҡ. (1973), БАССР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1954) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Ҡудашевтар нәҫеленән. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1941; Е.А.Милькович класы) БДОБТ йырсыһы, 1948—86 йй. БАДТ актёры. Оло драматик талантҡа, сағыу темпераментҡа, юғары сәхнә мәҙәниәтенә, бай, көслө яңғырашлы тауышҡа эйә булған.

Башҡорт драма театрында 200‑ҙән ашыу төрлө пландағы ролдәр башҡара, улар араһында муз. драмаларҙың лирик геройҙары: Хәлил (“Ғәлиәбаныу”), Ғәлимйән (“Башмағым”), Илдар (“Тальян гармун”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин); башҡ. — Вьюгин (“Ун өсөнсө председатель”, А.Х.Абдуллин), Байыш (“Салауат. Өн аралаш ете төш”), Зевс (“Ташлама утты, Прометей!”), Йәғәфәр Моратшин (“Айгөл иле”; бөтәһе лә — М.Кәрим) һәм классик драматургия әҫәрҙәрендә — Макдуф (“Макбет”, У.Шекспир), Омар (“Мөхәммәт, йәки Нур һәм гүр” — “Магомет, или Свет и тьма”, Вольтерҙың “Магомет” пьесаһы б‑са), Триго‑ рин (“Аҡсарлаҡ”, А.П.Чехов) һ.б. тәрән мәғәнәле образдар бар. Ҡ. ижадының иң юғары ҡаҙанышы — Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” драмаһында Король Йәғәфәр образы. Опера һәм балет театры сәхнәһендә Эскамильо (“Кармен”, Ж.Бизе), Ваһап (“Ҡарлуғас”, Н.К.Чемберджи), Әхмәт (“Һаҡмар”, М.М.Вәлиев) һ.б. партиялар башҡара. К/ф ролдәре: Хорҙағы егет (“Волга‑Волга”, 1937), Күсмәҫбей (“Алтын атлы һыбайлы” — “Всадник на золотом коне”, 1980; икеһе лә — “Мосфильм” к/ст).

“Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Өфөлә Ҡ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, тыуған ауылында бюст ҡуйылған, мәктәптә актёрға арналған музей асылған, ш. уҡ урамдарҙың береһенә уның исеме бирелгән.

Әҙәб.: Хөсәйен Ҡудашев: иҫтәлектәр. Өфө, 1993.

 Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.