ҠУДАШЕВ Рөстәм Радик улы (13.2.1954, Өфө), музыкант‑аккомпаниатор (баҫмаҡлы музыка ҡоралы). БР‑ҙың халыҡ (1999), БССР‑ҙың атҡ. (1991) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1985; Л.Н.Бажанова класы), ӨДСИ‑не (1990; Р.М.Бикмөхәмәтова класы) тамамлаған. 1972 й. алып “Юбилейный” мәҙәниәт һарайының муз. етәксеһе, 1973 й. башлап Башҡ. филармонияһында эшләй. Репертуарында башҡ. һәм татар комп. әҫәрҙәре, төрлө халыҡ көйҙәре. “Аҡ болан”, “Ҡыпсаҡ ҡыҙы”, “Мөхәббәт”, “Сибай”, “Сәскәләр” инструменталь пьесалары, ш. уҡ башҡ. халыҡ йырҙары эшкәртмәләре һ.б. авторы. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976), Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981), Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. СССР буйлап, Германия, Италияла гастролдәрҙә була.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.