ҠУДАШЕВ Барый Батыргәрәй улы [12.11.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ташлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 27.12.1992, Өфө], рентгенолог. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1983), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡудашевтар нәҫеленән. Һарытау мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) хәрби табип (1941 й. алып Көнбайыш һәм Үҙәк фронттарҙа), 1946 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында, 1956 й. алып БДМИ‑ла (1987 й. тиклем рентгенология һәм радиология каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нур ярҙамында диагностикалау һәм дауалау проблемаларына, гамма‑терапия ваҡытында ауырыуҙарҙың организмындағы функциональ үҙгәрештәрҙе өйрәнеүгә арналған. Ҡ. тарафынан хроник гастрит, лейкоз, үпкә яман шешен һ.б. клиник‑рентгенологик тикшереү һәм дауалау ысулдары эшләнгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н рентгенологтары һәм радиологтарының фәнни‑ғәмәли йәмғиәте рәйесе (1955—88). Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1943, 1945).

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.