ҠУДАШ Сәйфи [ысын исеме Ҡудашев Сәйфетдин Фәттәхетдин улы; 21.9.1894, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 29.6.1993, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1964). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1915—18). 1918 й. алып балалар уҡыта, “Азад Себер” (Омск ҡ.), “Шәреҡ ярлылары” (Өфө) гәз. эшләй. 1925 й. башлап “Яңа авыл” (ҡара: “Кызыл таң”) гәз., 1930 й. — “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”), “Колхозға” (ҡара: “Наши Киги”) гәз., 1931 й. алып Башҡ‑н дәүләт нәшриәте хеҙм‑ре. 1933—35 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының әҙәби консультанты, 1941 й. һәм 1943—48 йй. рәйесе. “Азатлыҡ йырҙары” һәм “Аҡ билетлылар бәйете” исемле тәүге китаптары (икеһе лә — татар телендә) 1917 й. сыға. Коллективлаштырыу т‑дағы “Ҡушҡайын” (1936) шиғри романы, Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Саҡырыу” (1942), “Бөтә йөрәктән” (1943) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. “Һөйөү һүҙҙәре” (1981), “Яҙмыш китабы” (1983) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарының төп темаһы — тыуған ергә һөйөү, халыҡтар дуҫлығы, тормош асылы т‑да фәлс. уйланыуҙар. “Яҙҙы ҡаршылағанда” (1951) тарихи- биографик повесында М.Ғафури м‑н Ғ.Туҡайҙың 1912 й. Өфөлә осрашыуы һүрәтләнгән. “Хәтерҙә ҡалған минуттар” (1957), “Йәшлек эҙҙәре буйлап” (1964) мемуарҙары, балалар өсөн яҙылған “Әҙер бул!” (1935), “Бәхетле балалыҡ” (1940) китаптары һ.б. авторы. Х.К.Ибраһимов һәм Ф.Е.Козицкийҙың “Ватан өсөн” (1941—43) операһына либретто яҙған. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, тажик, украин, үзбәк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Башҡ. теленә Е.Ильина, М.Ф.Рыльский, П.Панч һ.б. әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Уның шиғырҙарына комп. З.Ғ.Исмәғилев, Д.Д.Хәсәншин һ.б. йырҙар яҙған. “Мәжит Ғафури”, “Урман әкиәте” пьесалары БР театрҙарында ҡуйыла. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1985). Ленин (1955), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1954, 1971), Халыҡтар дуҫлығы (1974), “Почёт Билдәһе” (1949) орд. м‑н бүләкләнгән. БАССР ЮС‑ының 2—6-сы саҡырылыш депутаты. 2012 й. БДПУ‑ла Ҡ. мемориаль китапханаһы асыла. Баймаҡ, Бәләбәй, Күмертау, Мәләүез, Салауат ҡҡ. уның исеме м‑н урамдар аталған. Өфөлә Ҡ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.  

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1965—1967; Избранные произведения: в 2 т. Уфа, 1970; Стихи и поэмы. Уфа, 1984.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ. Сәйфи Ҡудаш ижады. Өфө, 1959; Рамазанов Г.З. Сайфи Кудаш: лит. портр. М., 1989; Живая память: раздумья и воспоминания о Сайфи Кудаше. Уфа, 2005.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке