ҠУҒАНАҠ ХАЗИНАҺЫ, б.э.т. 7 б. — б.э. 1 б. ҡараған археологик ҡомартҡы. 1869 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны) эргәһендә Ҡуғанаҡ й. уң ярында урындағы халыҡ тарафынан табылып, Өфө губерна музейына (ҡара: Милли музей) тапшырыла.

1904 й. Н.И.Булычёв, 1948 й. Б.А.Коишевский, 1952 й. А.В.Збруева, А.А.Иессен, 1995 й. И.М.Минеева тасуирлама бирә. 13 әйбере һаҡланған. Иранда етештерелгән (б.э.т. 5 б. ҡарай) сите еңелсә бөгөлгән, төбө уйып эшләнгән 17 тажлы сәскә, ситтәре түңәрәк хасил иткән һыҙаттар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө ярым сфера рәүешендәге һауыт. 4 баҡыр түңәрәк көҙгөнөң (диам. 11,4—15 см) ситтәре ҡабартып эшләнгән икәүһе — Савромат мәҙәниәтенә (б.э.т. 7 б. — 4 б. башы), сите бөгөлдәр һәм киҫешкән ромбтар м‑н биҙәлгән береһе Сармат мәҙәниәтенә (б.э.т. 4—2 бб.) ҡарай; һуңғыһы, йондоҙлоҡ билдәләренең рельефлы һүрәттәре төшкәне, Ҡытайҙа яһалған, тип фараз ителә. Һауыттың һәм көҙгөләрҙең биҙәлеше иртә тимер быуатта Көньяҡ Урал халҡының ҡояшҡа табыныуын дәлилләй. Күп аяҡлы мифик хайуан һүрәте төшөрөлгән түңәрәк баҡыр тәңкәнең (диам. 8,2 см) эске яғында бәләкәй генә күҙе һәм Т хәрефе рәүешендә теле бар, ул бетеү хеҙмәтен үтәгән. 4 баҡыр пластина ш. уҡ һаҡлағыс һәм бетеү булараҡ ҡулланылған. Тырнаҡтары һәм тубығы рельефлы сығып торған хайуан (айыу) тәпәйҙәре рәүешендә эшләнгән ике пластина (оҙонлоҡтары 11,2 һәм 11,4 см) Көньяҡ Урал халҡында тимер быуатта айыу культы булғанлығын раҫлай. Ромб рәүешендәге бер пластинаның (оҙонлоғо 18 см, киңлеге 9 см) уртаһы киҫешкән һыҙаттар м‑н биҙәлгән, икенсеһе кеҫәрткене хәтерләткән йүгереп китеп барған хайуан рәүешендә (оҙонлоғо 10,5 см), элеп ҡуйыр өсөн тишеге бар.

Ананьин мәҙәниәтенә ҡараған (б.э.т. 4 б.) шаман культы әйбере булып торған трапеция рәүешендәге пластина (оҙонлоғо 29,5 см, киңлеге 16,5 см) үҙенсәлекле, Көнбайыш Себер халыҡтарында уның аналогтары бар. Пластина сатырҙары икегә айырылған ике ағастан, улар өҫтөндәге антропоморф һүрәттәрҙән һәм ике хайуан (кеҫәртке) фигураһынан торған композиция м‑н биҙәлгән. Баҡыр тығынлы 2 һөңгө осоноң береһе (оҙонлоғо 18,5 см) — б.э.т. 1‑се мең йыллыҡтың тәүге яртыһына, икенсеһе Ананьин мәҙәниә‑ тенә ҡарай. Ҡ.х. әйберҙәре табыныу атрибуттары булып тора һәм Көньяҡ Урал халҡында үҫешкән мәжүси инаныуҙар системаһы булғанлығын дәлилләй. Бында фин-уғыр ҡәбиләләренә хас мәжүси йолалар үткәрә торған урын булған, тип фараз ителә.

Әҙәб.: МинееваИ.М. Куганакский клад //Наследие веков. Охрана и изучение памятников археологии в Башкортостане. Уфа, 1995.

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке