ҠУҒАНАҠ КЕРАМИК КИРБЕС ЗАВОДЫ. 1950 й. Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Ҡуғанаҡ а. “Стерлитамакстрой” тресының онтаҡ балсыҡтан ҡыҙыл кирбес етештереү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1963 й. Стәрлетамаҡ төҙөлөш материалдары з‑дының Ҡуғанаҡ ҡыҙыл кирбес цехына, 1989 й. Стәрлетамаҡ махсус нефть материалдары заводының Ҡуғанаҡ керамик кирбес цехына үҙгәртелә, 1991 й. алып Ҡ.к.к.з. — “Башнефть” АНК филиалы, 2002 й. ябыла. 1950—2002 йй. завод яҡынса 750 млн дана кирбес етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке