АНАЛИТИК ФУНКЦИЯ, голоморф функция, үҙгәреүсәндең дәрәжәләре рәте ярҙамында күрһәтергә мөмкин булған матем. функция. Математикала һәм уның тәбиғәт белемдәренә ҡараған ҡушымталарында ҡулланыла. Математика институтында комплекслы яҫылыҡтың ҡабарынҡы өлкәләрендә булған аналитик функцияларҙы экспоненталар рәте ярҙамында күрһәтеү теорияһы уйлап табылған (А.Ф.Леонтьев); комплекслы арауыҡтың ҡабарынҡы өлкәләрендә бер төрлө булмаған төрөлөү тигеҙләмәләре сығарылыштарының тулы критерийҙары билдәләнгән (В.В.Напалков, А.С.Кривошеев); комплекслы яҫылыҡтың ҡабарынҡы өлкәләрендә һәм п‑үлсәмле комплекслы арауыҡта төрөлөү операторы ядроһында спектраль синтез проблемаларының тулы сығарылышы табылған (И.Ф.Красичков-Терновский, Р.С.Юлмөхәмәтов).

А.С.Кривошеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018