ҠӨРЬӘН (ғәр. яттан ҡысҡырып уҡыу, ятлау), мосолмандарҙың төп изге китабы — Алла тарафынан Ябраил фәрештә аша 610 й. һәм 632 й. араһында Мөхәммәт пәйғәмбәргә ебәрелгән хаҡ һүҙҙәре; пәйғәмбәр мәрхүм булғандан һуң яҙып алына (иҫән сағында телдән телгә тапшырыла килә). Ҡ. ҡануни тексының тулы редакцияһы Ғосман хәлифә (644—656) әмере б‑са әҙерләнә һәм яҙып алына; орфографияһы, уҡыу ҡағиҙәләре һәм текстың төҙөлөшө 1923 й. нәшер (Ҡаһирә) м‑н тулыһынса ҡанунлаштыры‑ ла. Ҡ. ғәрәп телендә яҙылған, 114 сүрәнән тора, һәр береһе исемләнгән, улар төрлө һандағы (3‑тән 287‑гә тиклем) аяттарҙан тора. Инеш “Әл-Фәтиха” (бөтә намаҙҙа ла уҡыла торған 7 аят) сүрәһенән башҡа, бөтә оҙон сүрәләр китаптың башында, ҡыҫҡалары аҙағында урынлашҡан. Уларҙы шартлы рәүештә Мәккә сүрәләренә, Мәккәлә 610—22 йй. һөйләгәндәре (86; мөшриптәргә төбәлгән һәм мәрхәмәтлелек, иман ныҡлығын, күңел таҙалығын күҙ уңында тотҡан этик кодекс булып тора), һәм Мәҙинә сүрәләренә, 622—32 йй. Мәҙинәлә әйтелгәндәре (28; мосолман йәмғиәтенең ижт. тормошон көйләгән хоҡуҡи бойороҡтарҙы үҙ эсенә ала), бүләләр. 1530 й. Венецияла ғәрәп телендә сыҡҡан (1537 й. яңынан баҫыла) китап Ҡ. нәшер ителгән тәүге баҫмаһы булып иҫәпләнә. Ҡ. донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән.

Рәсәйҙә урыҫ телендәге тәүге Ҡ. “Мөхәммәт тураһында әл‑ Ҡөрьән йәки төрөк Законы” (1716; француз теленән Андрэ дю Рие тәржемәһенән Д.К.Кантемир м‑н П.В.Постников тәржемәһе тип фараз итәләр) Пётр I бойороғо б‑са нәшер ителә. Ҡ. урыҫ теленә М.И.Верёвкин (1790; ш. уҡ Андрэ дю Рие тәржемәһенән), А.В.Колмаков (1792; инглиз теленә Дж.Сэйлдың тәржемәһенән) һәм Ҡ.Николаев (1864; француз теленә А.Биберштейн-Казимирский тәржемәһенән) тәржемәләре билдәле. Рәсәйҙә Ҡ. тәүге ғәр. тексы Екатерина II Указы (1787) б‑са нәшер ителә, бының өсөн махсус ҡойолған шрифт ҡулланыла (мулла У.Ибраһим тексы һәм аңлатмалары). Ҡ. урыҫ теленә төп нөсхәнән Д.Н.Богуславский (1871), Г.С.Саблуков (1877), И.Ю.Крачковский (1963), В.М.Порохова (1993) һ.б. тарафынан эшләнгән тәржемәләре билдәле. Бохараға археографик экспедиция (1914) ваҡытында Ә.Ә.Вәлидов тарафынан табылған һәм Император С.‑Петербург ФА өсөн һатып алынған ҡулъяҙма төрки телендәге иң боронғо тәржемә (10 б.) булып һанала. Ҡ. ғәрәп теленән төрөк теленәтәржемәһенең бер нисә вариантына Инан Әбделҡадир ғилми анализ яһай. 1869 й. алып Император халыҡ китапханаһында (С.‑Петербург) Сәмәрҡәнд ҡ. килтерелгән, Ғосман Ҡөрьәне (8 б. ғәрәп яҙмаһы ҡомартҡыһы) тип аталған бик боронғо ҡулъяҙма һаҡланған.

1918 й. мәғариф халыҡ комиссары А.В.Луначарский бойороғо б‑са ҡулъяҙма Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратына (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) тапшырыла; 1923 й. Үзбәкстанға ҡайтарыла. Ғосман Ҡөрьәненең факсимилеһы (1905) Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратында һаҡлана. “Урал” Башҡ. халыҡ үҙәгенең башланғысы б‑са, Д.Кинельскийҙың ғәрәп теленән башҡорт теленә тәржемәһе тексына таянып, ижади коллектив (Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев, Н.Ә.Һөйәрғолов) тарафынан ғәрәп һүҙҙәрен башҡ. хәрефтәре м‑н транскрипциялап Ҡ. тексының башҡ. һәм ғәрәп телдәрендәге тулы редакцияһы әҙерләнә, ул “Китап” нәшриәте тарафынан нәшер ителә — “Ҡөрьән‑Кәрим” (1993; 2009 й. яңынан баҫыла). Ҡ. 50 сүрәһе М.Ямалетдин тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителә һәм баҫтырып сығарыла “Ҡөрьән. Мәүлит Ямалетдиндың шиғри тәржемәләре” (2002), “Ҡөрьән‑Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” (2015).

Әҙәб.: Кудеевский Ф.Д. Главные мысли и дух Корана. Казань, 1875; Пиотровский М.Б. Коранические сказания. М., 1991; Резван Е.А. Коран и его толкования: (тексты, переводы, комментарии.). СПб., 2000.

М.Ғ.Вәлиева, Р.Үтәбай-Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.