КОНАРЁВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 427 кеше; 1920 — 503; 1939 — 453; 1959 — 275; 1989 — 102; 2002 — 109; 2010 — 94 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1896 й. 42 йортта 333 кеше йәшәгән. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018