КОНАРЕВ Василий Григорьевич (23.12.1915, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Голубовка а., хәҙ. Ырымбур өлк. Сорочинск р‑ны Первокрасное а., — 27.1.2006, С.‑Петербург), биохимик. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. фәндәре академияһы акад. (1978), биол. ф. д‑ры (1955), проф. (1956). БР ФА-ның почётлы акад. (1991). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1965). Куйбышев пед. һәм уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1956 й. алып Биология ин-тының биохимия лаб. мөдире, дир., 1962 й. — Биохимия һәм цитохимия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1963 й. башлап БДУ‑ның биохимия каф. мөдире. 1966 й. алып Н.И. Вавилов ис. Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ҒТИ‑ның (С.‑Петербург) цитобиохимия лаб., 1967 й. — молекуляр биология бүлеге мөдире. К. тарафынан генетик аппараттың структур-функциональ күсештәрендә күҙәнәктәр үҫешенең геном әүҙемлеген көйләү м‑н бәйле законлыҡтар асыҡлана, улар нигеҙендә организмдың функциональ торошон, гетерозис эффектты баһалау ысулдары эшләнә һәм биологик актив матдәләрҙең үҫемлектәргә тәьҫир итеү механизмдарын, уларҙың кире факторҙарға сыҙамлылығын асыҡлауҙың үҙенсәлекле алымдары уйлап табыла. К. етәкс. культуралы үҫемлектәрҙе һәм уларҙың ҡырағай ҡәрҙәштәрен рациональ ҡулланыу һәм селекциялау өсөн генофондын һаҡлау маҡсатында геном һәм генетик анализ мәсьәләләренә бәйле үҫемлектәрҙең генетик системаларын молекуляр маркировкалау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 600‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Физиологические и биохимические аспекты гетерозиса и гомеостаза растений: сб. ст. Уфа, 1976 (авторҙ.); Белки растений как генетические маркеры. М., 1983; Теоретические основы селекции. Т.1. Молекулярно-биологические аспекты прикладной ботаники, генетики и селекции. М., 1993 (авторҙ.).

В.А.Вәхитов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: В.Г.Конарев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018