ҠОЯШСӘСКӘ (Helianthemum), ладанник һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле; Евразияла, Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда башҡорт Ҡ. һәм тәңкәле Ҡ. үҫә. Мәңге йәшел ваҡ ярым ҡыуаҡ. Һабағы тармаҡлы, төҙ, күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, аҫҡы өлөшөндә ағасланған, япраҡ йөйҙәренән алып ҡыҫҡа быуынлы (башҡорт Ҡ.), үрмәксе ауы һымаҡ төклө (тәңкәле Ҡ.), бейеклеге 10—30 см.

Япрағы ҡапма‑ҡаршы, бөтөн, оҙонса‑овал, ланцет йәки ҡыяҡ‑ланцет, ҡолаҡсынлы йәки ҡолаҡсынһыҙ, өҫ яҡтан һирәк төк м‑н ҡапланған, аҫ яҡтан аҡ кейеҙ һымаҡ төклө. Сәскәһе ҡара‑һары йәки ҡыҙғылт һары төҫтә, яңғыҙар йәки һирәк бөтөркәлә, суҡҡа йыйылған, һәр ваҡыт ҡояшҡа табан борола. Май—авг. сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы күп орлоҡло ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Эзбизташ, аҡбур һәм ҡырсынташлы битләүҙәрҙә, тәңкәле Ҡ. ҡарағай урмандарының аҡландарында үҫә.

Эндемик башҡорт Ҡ. — һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында (Дыуан р‑ны), Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Бөрйән, Ишембай, Учалы р‑ндары); тәңкәле Ҡ. башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Составында алкалоидтар, дуплаусы матдәләр, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив, баллы үҫемлектәр. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.