ҠОЯШ, Ҡояш системаһының үҙәк йондоҙо, уның тирәһендә планеталар, астероидтар, кометалар һ.б. объекттар әйләнә. Һары төҫтәге яңғыҙ кәрлә йондоҙ. Өҫкө йөҙөнөң т‑раһы 5770 К. Зенитта йондоҙҙоң күренгән дәүмәле ‑26m,6. Радиусы 6,96×105 км. Ергә тиклем уртаса алыҫлығы 149 млн км (8,31 яҡтылыҡ мин). Ауырлығы 1,989×1030 кг. Экваторҙа дифференциаль әйләнеү осоро — 25, полюстар эргәһендә 35 тәүлек тәшкил итә. Яҡынса 71%‑ы водородтан, 27%‑ы гелийҙан, 2%‑ы башҡа элементтарҙан тора. Эҫе газ шары энергияһының сығанағы — уның эсендә 15 млн К т‑рала барған ядро синтезы. Эсендәге энергияһы өҫкө ҡатламдарға нурланыш һәм конвекция м‑н күсә. Конвекция ағымдары м‑н Ҡ. өҫтөнөң (фотосфера) күҙәнәкле күренеше бәйле. Ул Ҡ. күҙгә күренеп торған тышҡы сиген билдәләй һәм бер нисә йөҙ км ҡалынлыҡта була. Ерҙә Ҡ. активлығы тәьҫиренең һөҙөмтәһе булып геомагнит дауылдар, төньяҡ балҡышы һ.б. тора. Фотосфераны ҡаплаған ҡатлам (хромосфера) тотош Ҡ. тотолоу ваҡытында яҡтырып торған ҡулса рәүешендә күренә. Һирәк тышҡы ҡатламдары, планета-ара мөхит м‑н ҡушылып, Ҡ. тажын барлыҡҡа килтерә. Ҡ. — Ерҙәге энергияның төп сығанағы. Ҡ. күҙгә күренгән хәрәкәт итеүе м‑н йыл, миҙгел, көн һәм төн төшөнсәләре бәйле (ҡара: Календарь). Ҡ. офоҡ өҫтөндәге макс. бейеклеге көн үҙәгендә яҡынса 22 июндә (йәйге ҡояш торошо көнө) — 59°, көн оҙонлоғо 17,5 сәғ. (Өфө киңлеге өсөн) тәшкил итә; Ҡ. миним. бейеклеге яҡынса 22 дек. (ҡышҡы ҡояш торошо көнө) — 12°, көн оҙонлоғо — 6,5 сәғ. (Өфө өсөн). Яҙғы һәм көҙгө көн м‑н төндөң тигеҙлеге көндәрендә (яҡынса 22 мартта һәм 22 сент.) көн м‑н төн оҙонлоғо бер тигеҙ була.

20 б. 90‑сы йй. аҙ. алып БДПУ‑ла, БДУ‑ла һәм БР ФА Сибай филиалында Ҡ. өҫкө ҡатламдарының һәм Ҡ. балҡыуҙарының физик характеристикалары һәм химик составы тикшерелә (У.Ш.Баязитов, А.Ҡ.Ғәлиев, И.Х.Сәғиҙуллин). 2000 йй. башында БР терр‑яһында Ҡ. активлығының геморрагик биҙгәк м‑н ауырыу осраҡтары һанына тәьҫире (Баязитов, А.П.Мочалкин, Д.Ғ.Әминев һ.б.), кешенең йәшәйешенә гравитация тәьҫире (Баязитов, Ә.Р.Кинйәкәев) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Башҡ. фольклорында Ҡ. т‑да күҙаллауҙар “Урал батыр” эпосында, легенда һәм риүәйәттәрҙә сағылыш тапҡан.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.