ҠОШТАР (Aves), умыртҡалылар класы. 28 отряды, яҡынса 8,6 мең төрө билдәле. Башҡортостанда 18 отрядҡа (ҡаҙ һымаҡтар, сыпҡай һымаҡтар, сәпсәү һымаҡтар, тумыртҡа һымаҡтар, турғай һымаҡтар һ.б.) ҡараған 300 төрө бар. Тиреһе йоҡа, ҡоро, 4 ҡатламдан тора, биҙҙәре юҡ (күпселек төрҙә ҡойроҡ төбөндә ҡоймос биҙе бар), йәрәхәтләнеүҙән, һыуыҡтан һаҡлаған, шымалыҡ биргән һәм осоу өсөн яраҡлашҡан мамыҡ һәм ҡауырһын (ҡағыусы, ҡойроҡ, япма; тиреһенең ҡауырһынһыҙ урындары — аптериялар бар) м‑н ҡапланған. Төҫө төрлөсә, йыш ҡына сағыу. Башы бәләкәй, муйыны хәрәкәтсән, күҙҙәре икеләтә аккомодациялы. Ишетеү ағзаһы эске һәм урта ҡолаҡтан тора; ишетеү һөйәге — өҙәңге һөйәге. Яңаҡтары тешһеҙ, өҫкө һәм аҫҡы яңағы мөгөҙ тышса м‑н ҡапланған һәм суҡыш барлыҡҡа килтерә. Ауыҙ ҡыуышлығы бәләкәй, йотҡолоғо ҡыҫҡа, күп төрҙәрҙең ҡыҙыл үңәсендә киңәйгән урын — боғаҡ (аҙыҡты ваҡытлыса һаҡлау һәм алдан эшкәртеү өсөн) бар. Умыртҡаһы муйын, күкрәк, бил, һигеҙгүҙ һәм ҡойроҡ бүлектәренән тора. Беренсе муйын умыртҡаһы (атлант) ҡулса формаһында, икенсеһе (эпистрофей) атлант ҡулсаһына ингән теш һымаҡ үҫентеле, ҡалғандары — гетероцель. Ҡабырғалары ырғаҡ рәүешле үҫентеле, күкрәк һөйәге м‑н тоташҡан һәм күкрәк ситлеген барлыҡҡа килтерә. Һигеҙгүҙ умыртҡалары, янбаш билбауы һөйәктәре ҡушылып үҫеп, артҡы аяҡ өсөн ныҡлы терәк барлыҡҡа килтерә. Ҡойроҡ бүлеге редукцияға бирелгән, ос ҡойроҡ умыртҡалары ҡоймос һөйәге (пигостиль) булып ҡушылып үҫә, уға ҡойроҡ ҡауырһындары беркетелә. Һөйәктәре һауа үткәрә торған ҡыуыш; баш һөйәге умыртҡа м‑н аҫҡа табан йүнәлтелгән соңҡа байырсаһы ярҙамында тоташа. Ҡулбаш билбауы ҡалаҡ, ҡарға (коракоидтар), умрау һәм күкрәк һөйәктәренән тора. Алғы аяғы — ҡанат, 3 бүлектән тора: ҡулбаш (ҡулбаш һөйәге), ҡушар (терһәк һәм беләк һөйәктәре; уға икенсе сират ҡағыу ҡауырһындары беркетелә) һәм ҡул суғы (беренсе сират ҡағыу ҡауырһындары). Янбаш билбауын парлы янбаш, ултырыш һәм сат һөйәктәре тәшкил итә. Артҡы аяғы (янбаш, сираҡ һәм табандан тора; бәшәләй һәм туларһыҡ һөйәге бер һөйәк булып ҡушылып үҫеп, табан һөйәген барлыҡҡа килтерә) дүрт, ҡайһы бер төрҙәрҙә (мәҫ., туғаҙаҡта) өс бармаҡлы; һәр бармаҡтың һуңғы фалангаһы үҫешкән тырнаҡлы. Мускулатураһы тығыҙ, хәрәкәтсән, үҫешкән. Ашҡаҙаны алғы (йоҡа тышсалы, биҙле) һәм артҡы (ҡалын тышсалы, мускуллы) бүлектәрҙән, эсәклеге оҙон нескә һәм ҡыҫҡа йыуан эсәктән (клоакаға тоташа) тора, уларҙың сигендә 2 һуҡыр эсәк урынлашҡан. Бауыры һәм ашҡаҙан аҫты биҙе бар. Үпкә м‑н тын ала, икеләтә тын алыуҙы тәьмин иткән икенсел бронхыларҙың һығылмалы үҫентеләре — һауа муҡсалары — үҫешкән. Йөрәге 4 камералы (2‑шәр йөрәк алды һәм ҡарынсыҡ), аортаһының уң дуғаһы бар; ҡан әйләнеше 2 әйләнәле. Бөйөрҙәре метанефрик, өс бүлекле, бәүел юлы клоакаға асыла ( бәүел ҡыуығы юҡ), метаболизмдың төп продукты — бәүел к‑таһы. Ҡ. һыу юғалтыуы ҙур түгел, шуға күрә күп төр уны эсмәй. Баш мейеһе ҙур, ярымшарҙары (Ҡ. тереклек итеү мөхитенә әүҙем яраҡлаша), күреү өлөштәре һәм кесе мейеһе яҡшы үҫешкән. Оҙонса мейеһе муйын һәм билбау киңәйтеүҙәре (уларҙан ҡанаттарға һәм аяҡтарға нервылар үтә) булған арҡа мейеһенән аҙ айырымланған. Еҫ һиҙеү аҙ үҫешкән, тәм һиҙеү ағзалары йомшаҡ аңҡауҙа, телдә һәм тамаҡта урынлашҡан. Айырым енесле хайуандар, аталаныу эстә була. Инә Ҡ. икешәр түллеге һәм түл юлынан һул яҡтағылары ғына үҫешкән; ата Ҡ. орлоҡ юлы булған 2‑шәр орлоҡ биҙе бар; күпселек төрҙәрҙең ҡауышыу ағзаһы юҡ, эске аталандырыу клоакаларҙы яҡынайтыу юлы м‑н тормошҡа ашырыла. Йомортҡаларҙы башлыса ике Ҡ. баҫа. Балалары һуҡыр тыуа һәм оҙаҡ ваҡыт ояла ҡала (бала сығарған төрҙәр), йәки күреүгә, үҙ аллы ашауға һәләтле булып тыуа (бәпкә сығарған Ҡ.). Нәҫел т‑да ҡайғырталар: балаларын ашаталар, һаҡлайҙар һәм өйрәтәләр. Тереклек һәм үҫемлек аҙыҡтары м‑н туҡланалар; матдәләр әйләнеше интенсив, тән т‑раһы юғары, даими. Күсәр, күсмә, ултыраҡ хайуандар; йәшәү өсөн һыуҙа, һыу янында йәки ер өҫтөндә урын биләйҙәр. Республиканың бөтә терр‑яһында осрайҙар. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡҡа сығаралар, үҫемлектәрҙең орлоҡтарын һәм емештәрен тараталар. Ҡайһы бер төрҙәре баҡсасылыҡҡа, сәсеүлектәргә зыян килтерә. Бүҙәнә, ҡашҡабаш, ҡурпысыҡ, һуна өйрәк, ҡайһы бер ҡаҙҙар, тауыҡ һымаҡтар һ.б. — һунар объекттары. Ҡ. 28 төрө (буран турғайы, сапсан, этала ҡаҙ, ялан көйгәнәге һ.б.) БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына, 4 төрө (европа ҡарсығаһы, ҡомай, оҙон ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө, таҙғара) РФ‑тың, 21 төрө (аҡ һәм һоро ағуна, аҡсабан, ҡушы өйрәк, һоро өкө һ.б.) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына  индерелгән.

Ә.Ф. Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке