ҠОШСО КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Златоуст өйәҙе (Екатеринин, Иҫке Балаҡатай, Ҡытаутамаҡ, Оло Ҡошсо) һәм Красноуфимск өйәҙе (Билән, Оло Аҡа, Теләш, Шәкүр, Әҙеғол, Юва һәм Манчаж, Сажин, Яңы Златоуст улустарының бер өлөшө) улустарын бүлеп сығарыу нигеҙендә АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Төньяҡ-көнбайышта, төньяҡта һәм көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Дыуан кантоны, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Златоуст өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Билән ауылы. Кантон 1919 й. сент. бөтөрөлә, терр‑яһы Дыуан-Ҡошсо кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.