ҠОШСО, ҡ у ш с ы, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡошсо” этнонимы ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, нуғайҙар, төрөкмәндәр, үзбәктәрҙә билдәле. Ҡ. формалашыуына уларҙың б.э. 2‑се мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13 б. ҡошсолар Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) тамағына күсенә. 14 б. ҡәбилә Әй й. басс. буйына килеп ултыра, бында ул дыуан һәм өпәй ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһыныңҠошсо улусын тәшкил итә. 18 б. аҙ. — 19 б. Ҡ. йәшәгән ерҙәр Троицк өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 3‑сө (артабан 4‑се Көнбайыш), 7‑се (8‑се, 9‑сы) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я БР‑ҙың Мәсетле р‑нына, Свердловск өлк. Красноуфимск, Түб. Һирге, Әртә, Әшит р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.