ҠОШ КОЛОНИЯЛАРЫ, бер йәки бер нисә төргә ҡараған ҡоштарҙың бер урында оя ҡороуы. Тығыҙ колониялар м‑н оя ҡороу үрсеү ваҡытының синхрон рәүештә барыуына булышлыҡ итә, йомортҡаларҙың һәм бала ҡоштарҙың йыртҡыс йәнлектәр тарафынан һәләк булыуын кәметә. Башҡортостанда һыу ҡоштары ҡатнаш йәки таҙа (керелдәктәр, сарлаҡтар, сыпҡайҙар, сәпсәүҙәр), урта эре (ҡарабаш сарлаҡ һәм ҡолаҡлы сыпҡай йәки ҡара сыпҡай) һәм периферияла урынлашҡан (керелдәктәр, сәпсәүҙәр һ.б.) колониаль ултыраҡтар төҙөй. Мышар барҡылдаҡтары, яр ҡарлуғастары, ҡара ҡарғалар ҙур булмаған колониялар булып оя ҡора. Ҡ.к. респ. терр‑яһында күп осраҡта яр буйҙарында, ҙур йылға һәм күл утрауҙарында, ҡороған үҫемлектәрҙең йөҙөп йөрөгән тупланмаларында, тораҡ пункттарҙа осрай. Ҡ.к. өйрәнеү м‑н 20 б. 60‑сы йй. башынан алып Башҡорт дәүләт университетында шөғөлләнәләр (Ә.Ф.Мәмәтов).

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке