• Печать

ҠОТОШОВ Наил Муллайән улы (20.7.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Табанлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк а., — 23.2.2007, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1981). БР‑ҙың атҡ. хеҙмәтләндереү тармағы хеҙм‑ре (1996). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑дында эшләй (1950 й. алып техник контроль бүлеге нач.). 1953 й. башлап Илеш р‑нының Йәркәй МТС‑ында: баш инженер, 1954 й. алып директор. 1956—61 йй. һәм 1966—70 йй. БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1961—66 йй. КПСС‑тың Туймазы район, ҡала ком‑ттарының 1‑се секретары, 1970 й. башлап БАССР‑ҙың халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министры. 1987—2007 йй. ӨДИСА‑ла эшләй. Ҡулланыусылар кооперацияһы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР ЮС‑ының 4—11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1956, 1981), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Новые пути развития бытового обслуживания населения Башкирской АССР. Уфа, 1975; Совершенствование системы бытового обслуживания: (опыт работы предприятий службы быта Башкирской АССР). М., 1985 (авторҙ.).

Т.Г.Сенникова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке