ҠОТОШОВ Әхмәт Шаһиәхмәт улы [2.10.1900, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡарайған а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 26.6.1973, Өфө], журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). Бөтә Союз коммунистик журналистика ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1933). 1924 й. алып БАССР Мәғариф ХК, 1925 й. — БАССР Эске эштәр ХК, 1926 й. башлап (өҙөклөк м‑н) “Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре: бүлек мөдире, 1929—30 йй. яуаплы секретары, 1936—37 йй. әҙәби мөхәррире. 1933 й. июленән “Районная печать” (“Район матбуғаты”; Мәскәү) ж. инструкторы, окт. — “Урал большевиге” гәз. яуаплы мөхәррир урынбаҫары; 1938—52 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә эшләй: В.И.Ленин һәм И.В.Сталин хеҙмәттәрен башҡ. теленә тәржемә итеү б‑са сектор мөхәррире, 1944—52 йй. баш мөхәррире. 1939—40 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты матбуғат секторы хеҙм‑ре. “Урыҫса‑башҡортса һүҙлек” (“Русско‑башкирский словарь”; 1948) төҙөүселәрҙең береһе. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Р.Н.Ҡотошов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке