ҠОТОШҠЫПСАҠИ Мәнди (1763, Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы Бесәнсе а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Хоҙайбирҙин а., — 1849, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бөрйән улусы Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны), башҡ. суфый шағиры. Тархан нәҫеленән. Ырымбур губ. Дүсмәт а. Ҡотлоәхмәт бин Заһит мәҙрәсәһендә уҡый, һуңынан шунда уҡ уҡыта. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән, оҫта күсереп яҙыусы каллиграф була. Ҡ.‑Ҡ. тарафынан беҙҙең көндәргә 586 юлы килеп еткән 2 ҡулъяҙма китап төҙөлә (һаҡланмаған; билдәле булыуынса, 1‑се китабы “Ваҡыты сәхәр эсендә” исемле). Әҫәрҙәрендә автор соц. тигеҙһеҙлекте тыуҙырған сәбәптәр, хакимдарҙың ғәҙелһеҙлеге, түрәләрҙең ҡомһоҙлоғо, руханиҙарҙың ике йөҙлөлөгө т‑да уйлана, уларҙың сәбәптәрен әхлаҡ боҙоҡлоғонан күрә. Ҡ.‑Ҡ. тормошо һәм ижады т‑дағы мәғлүмәт‑ тәр Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙҙең Зәк‑Ишмәт а. (Көйөргәҙе р‑ны) имамы Зиннәтулла Мөхәмәт‑Рәхими 1915 й. төҙөгән ҡулъяҙма йыйынтыҡҡа индерелгән (Ғилми архивта һаҡлана), унда Ш.Зәки т‑да ла мәғлүмәт бар. Йырсы һәм ҡурайсы булған. Ҡ.‑Ҡ. “Абдулла ахун” йырының авторы һанала.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се кит. Өфө, 1974; Шарипова З.Я. Пером и словом. Уфа, 1993.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке