ҠОТОШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.  16 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 321 кеше; 1920 – 275; 1939 – 302; 1959 – 360; 1989 – 363; 2002 – 360; 2010 – 361 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Оло Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәрйенғол исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе исеменән, уның улы Ҡужаҡай Мәрйенғолов билдәле) нигеҙ һала. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырған ваҡытта ауыл яндырыла, һуңынан хәҙ. исем (йорт старшинаһы Ҡотош Иҫәкәйев исеме) м‑н яңынан тергеҙелә. 1795 й. 15 йортта 95 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта – 164 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Р.С.Бәҙретдинов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.