ҠОТОШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 434 кеше; 1920 – 568; 1939 – 366; 1959 – 388; 1989 – 633; 2002 – 439; 2010 – 490 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Дарьино урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Улус старшинаһы Ҡотош Мортазин исеме м‑н аталған. 19 б. 1‑се ярт. ш. уҡ типтәрҙәр теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 198 кеше йәшәгән, 1865 й. 57 йортта – 347 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән, урман пристане эшләгән. Н.М.Фазлиәхмәтова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.