ҠОТОҠАЙ, 1735—36 йй. ихтилал етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорто. Батыр. 1736 й. йәйенә тиклем Себер даруғаһында һуғыша. Июлдә баш күтәреүселәр төркөмө м‑н В.Н.Татищевҡа ғәйебен танып килә. Авг. тиклем баш күтәреүселәр м‑н Татищев араһындағы һөйләшеүҙәрҙә аралашсы булып йөрөй. Авг. алып баш күтәреүселәр отрядына (1,5 меңгә яҡын кеше) етәкселек итә, Таймаҫ Шәимов һ.б. м‑н берлектә Урал аръяғында һуғыша. 1736 й. аҙ. әсирлеккә эләгә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.Ғҡманов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.