АМФИБОЛИТ, метаморфик тау тоҡомо. Амфибол, плагиоклаз һәм минераль ҡушылмаларҙан тора. Үҙенсәлекле өҫтәлмә минералы б‑са гранат, биотит, кианит, цоизит һ.б. А. айыралар. Структураһы гранобласлы йәки нематобласлы, текстураһы һәүерташлы. Төҫө ҡуйы һоронан ҡуйы йәшелгә тиклем. Төҙөлөш материалы сифатында файҙаланыла. Башҡортостанда Көнсығыш Европа платформаһының кристаллы нигеҙендә һәм белорет метаморфик комплексында бар.

Әҙәб.: Саранчина Г.М., Шинкарёв Н.Ф. Петрология магматических и метаморфических пород. Л., 1973.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке