ҠОТОЙ, Учалы р‑нындағы ауыл, Ураҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 40 км һәм Учалы т. юл ст. 45 км алыҫлыҡта Шәгәр й. (Миндәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 313 кеше; 1920 – 354; 1939 – 302; 1959 – 249; 1989 – 254; 2002 – 277; 2010 – 230 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡара-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1740 й.) алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Биктимер Ҡотоев билдәле. 1795 й. 8 йортта 68 кеше йәшәгән, 1866 й. 35 йортта – 177 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. И.Б.Абдрахманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.