ҠОТЛОЮЛ, Йыуасалы, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. 40 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 148 кеше; 1920 – 236; 1939 – 308; 1959 – 280; 1989 – 220; 2002 – 292; 2010 – 277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Ырымбур өйәҙе терр‑яһында 2‑се Ҡансыра (Ҡ.) исеме м‑н нигеҙ һалына. 1840 й. бында Быҙаулыҡ өйәҙе Йыуасалы а. кешеләре килеп ултыра. 1891 й. (хәҙ. исемдә) 27 йортта 144 кеше йәшәгән. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке