ҠОТЛОГИЛДИНА Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы (20.8.1951, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ялсыҡай а.), шағирә, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1989) ағзаһы. М.С.Хисамованың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1969—70 йй. “Путь Ильича” (“Ильич юлы”, ҡара: “Кумертауское время”) гәз. хеҙм‑ре, 1974 й. алып “Йәншишмә” гәз.: 1978—87 йй. һәм 1989 й. — бүлек мөдире, 1987—89 йй. баш мөхәррир урынбаҫары. “Уйылам уйҙарымдан” исемле тәүге шиғырҙар китабы 1983 й. сыға. “Шәфәҡ нуры” (1989), “Күҙҙәремә ҡара” (2005) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. “Тамырҙарым – ерҙә, йәнем — күктә” (2001) китабына Ш.Бикҡол, М.Ғәли, М.Кәримдең һ.б. ижади портреттары ингән. Уның әҫәрҙәрен Р.В.Паль, Ғ.Ғ.Шафиҡов урыҫ теленә тәржемә иткән. Шиғырҙарына комп. Н.Ә.Дауытов, Р.Р.Йыһанов, С.Ә.Низаметдинов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙар ижад иткән. Б.Бикбай ис. (2011), Р.Ғарипов ис. (2012) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Әсә һөйөнөсө: хикәйәләр. Өфө, 1985; Йырсы Гөлдәр: шиғырҙар. Өфө, 1993; Һуғыш балалары — тарих яралары: хәтирәләр, иҫтәлектәр. Өфө, 2010.

Әҙәб.: Солтангәрәев Р. Ер һәм йыр. Өфө, 1998; Аҙнағолов Р. Йәйғор төҫтәре: ижади портреттар. Өфө, 2011.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.