ҠОТЛОГИЛДЕ АБДРАХМАНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Ошо уҡ улустың старшинаһы. Кинйә Арыҫлановтың ҡустыһы. Ихтилалға 1773 й. сент. ҡушыла. Окт. алып Ырымбур ҡ. ҡамауҙа ҡатнаша. 8—9 нояб. Бөгөлмә ведомствоһының Йүҙәй а. янында Иҙеркәй Баймәков, И.Н.Зарубин һәм А.А.Овчинников м‑н бергә В.А.Кар етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1774 й. яҙында ихтилал яҡлы булған Нуғай даруғаһы халҡын мобилизациялай. Йәйен Һеләүһен Кинйин м‑н бергә ш. уҡ даруғаның көньяғында һуғыша. Окт. әсирлеккә эләгә. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. 1775 й. яҙында иреккә сығарыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке