ҠОТЛО, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡарый а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 455 кеше; 1920 – 420; 1939 – 319; 1959 – 157; 1989 – 167; 2002 – 195; 2010 – 233 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә ҡаҙна ведомствоһы ерҙәрендә батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (31 ир‑ат иҫәпкә алынған). 1865 й. 51 йортта 326 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. шулай уҡ сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 тимерлек, ел тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.