ҠОТҠОР, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑ны Ҡаһарман а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны яҡынса 350 га. Төбәк буйлап Ҡотҡор й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) аға, йылғала европа бәрҙеһе йәшәй. Ландшафы ҡараһыу һоро урман, ҡара тупраҡтарҙағы ҡайын‑ҡарағай урмандарынан тора. 1772 й. Е.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) бында Ҡотҡор суйын иретеү з‑дын төҙөй.

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.