ҠОТИП (Ҡотипов) Зиннәт Ҡотип улы [1918, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Арый а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) – 6.7.1944], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Дәүләкән пед. уч‑щеһында уҡыта. Фронтта һәләк була. Тәүге әҫәрҙәре 30‑сы йй. 2‑се ярт. “Йәш төҙөүсе” (ҡара: “Йәншишмә”), “Йәш коммунар” (ҡара: “Йәшлек”) гәз., “Үктәбер” (ҡара: ”Ағиҙел”) ж. донъя күрә. “Шиғырҙар” (1939) йыйынтығына испан халҡының фашизмға ҡаршы көрәше т‑дағы шиғырҙары ингән.

Әҙәб.: Зиннәт Ҡотип //Һуғыш үтте, һағыш ҡалды. Өфө, 2000.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке