ҠОТДОСОВ Наил Яҡуп улы [19.10.1941, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Йәрмөхәмәт а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 7.6.1995, Өфө], зоотехник, яҙыусы. А.х. ф. д‑ры (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Бәләбәй р‑нының а.х. идаралығы баш зоотехнигы. 1971 й. алып БДАУ‑ҙа эшләй: 1974 й. башлап фәнни-тикшеренеү секторы етәксеһе, 1994 й. — шәхси зоотехния каф. мөдире.

Фәнни тикшеренеүҙәре һыйыр малы селекцияһына, гетерозисына һәм малсылыҡта тоҡом-ара ҡауыштырыу һөҙөмтәһен күҙаллауға арналған. Ҡ. етәкс. Башҡортостанда тәүге тапҡыр бестужев тоҡомо һәм симменталь тоҡом һыйырҙарын абердин-ангус тоҡомо, герефорд тоҡомо, лимузин һ.б. тоҡом иркәк малдары м‑н ҡушыу һөҙөмтәһендә алынған ҡатнаш тоҡомло малдарға киң күләмле һынауҙар үткәрелә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре б‑са ит биреү йүнәлешендәге һыйырсылыҡта юғары продуктлы инә мал көтөүҙәрен тиҙерәк булдырыу тәҡдимдәре эшләнә, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре а.х. индерелә.

50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. Хикәйәләр, “Егет һүҙе” (1973), “Йәй уртаһы” (1980), “Йәшен яҡтыһы” (1985) һ.б. повестар йыйынтыҡтары авторы. “Сельские узоры” ж. баш мөхәррире (1992 й. алып). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

Хеҙм.: Эффективность скотоводства на промышленной основе. Уфа, 1981 (авторҙ.); Резервы увеличения производства говядины в Башкирии. Уфа, 1984.

Р.С.Ғиззәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.