ҠОТАН, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ырғыҙлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Белорет т. юл ст. 180 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 144 кеше; 1920 – 186; 1939 – 154; 1959 – 175; 1989 – 223; 2002 – 311; 2010 – 317 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

1795 й. һәм 1811 й. араһында Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. Ҡ. (Мәсетлеауыл, Мәсетле) исеме м‑н теркәлгән, 13 йортта 119 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке