ҠОТАҘҒУ БЕЛЕК” (“Бәхет биреүсе белем”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 1069—70 йй. шағир Йософ Баласағуни тарафынан ҡараханлы‑уйғыр әҙәби телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) яҙылған. Ҡарахандар дәүләте хакимдарының береһенә арналған. Мәҫнәүи формаһында. Авторҙың сәйәсәт, дәүләткә идара итеү һәм илдең хәрби ойошмалары мәсьәләләре б‑са ҡарашын сағылдырған этик‑дидактик, сәйәси трактат рәүешендә бирелгән.

Инеш өлөшө Алланы һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе данлауҙан, китаптың әһәмиәте һәм уның яҙылыу сәбәптәре т‑дағы хәбәрҙән тора. Төп өлөш ҡатнашыусыларҙың — дөрөҫлөк, бәхет, аҡыл һәм талымһыҙлыҡты кәүҙәләндереүсе 4 аллегорик образдың диалогы формаһында ҡоролған. Геройҙарҙың кеше ғүмеренең ҡиммәте, ғаилә, ата-әсәләр һәм балаларҙың үҙ‑ара мөнәсәбәте, һуғыш һәм солох, кешелеклелек т‑дағы әңгәмәләре ярлылар булмаған, юғары үҫешкән мәҙәниәт, бөтә ерҙә һиллек һәм тыныслыҡ тантана иткән, сәскә атҡан дәүләттең утопик картинаһын сағылдыра. Әҫәрҙең йомғаҡлау өлөшө Көнсығыш әҙәбиәте өсөн традицион булған дуҫтарҙың хыянаты һәм донъяның һәләкәтле булыуына, ҡартлыҡҡа зарланыу, ш. уҡ үҙ‑үҙеңә өгөт‑нәсихәттән ғибәрәт. “Ҡ.б.” мотивтары һәм һүрәтләү саралары фольклорға барып тоташа.

Йософ Баласағуниҙың автографы табылмаған; “Ҡ.б.” 3 ҡулъяҙма күсермәһе һаҡланған; Венала (15 б. м‑н билдәләнә; уйғыр яҙмаһында), Ҡаһирәлә һәм Ташкентта (ғәрәп яҙмаһында) һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990; Ш ә р и п о в а З.Я. Башҡорт әҙәби фекере. Өфө, 2008; М а л о в С.Е. Памятники древнетюркской письменности. М.; Л., 1951.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.