ҠОТ ҠОЙОУ (төркисә ҡот — йән, йәшәү көсө; бәхет, далан), башҡорттарҙа халыҡ дауаһы (ҡара: Халыҡ медицинаһы) ысулы; ҡурҡыу сәбәбен асыҡлау һәм унан ҡотҡарыу (“ҡот” ҡайтарыу) өсөн ҡулланыла. Башҡорттарҙың боронғо хөрәфәттәренә ярашлы, кеше “ҡот” м‑н, һирәк осраҡтарҙа ҡотһоҙ ҙа тыуа. Бик ныҡ ҡурҡҡанда кешенең ҡото оса. “Ҡотто” ҡайтарыу өсөн имсе ауырыуҙы яулыҡ йәки япма м‑н ҡаплай ҙа, башы осонда һалҡын һыулы сүмес тотоп, һыуға иретелгән ҡурғаш йәки балауыҙ ҡоя. Йола арбау һүҙҙәрен һамаҡлап башҡарыла, мәҫ.: “Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом! /Ерҙән осһаң — ерҙән кил! /Һыуҙан осһаң — һыуҙан кил! /Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!” Ҡатып ҡалған массаның һынына ҡарап, имсе ҡурҡыуҙың сәбәбен асыҡлай һәм ул йөрәк сүрәтенә ингәнгә тиклем ғәмәлде ҡат-ҡат башҡара, шунан сепрәккә төрөп тегә лә һаҡлағыс эшләп бирә. Артабан ауырыуға һыуҙы һөртәләр, ҡалғанын тупһа төбөнә түгәләр.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.