ҠОРЪЯТМАҪ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк й. буйында, Асылыкүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1238 кеше; 1920 — 1526; 1939 — 1140; 1959 — 991; 1989 — 640; 2002 — 607; 2010 — 634 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Асылыкүл ынйылары” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1779 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Ҡазан даруғаһының Ҡыр-Йылан улусы Сәрҙек а. (хәҙ. Туймазы р‑ны Үрге Сәрҙек а.) һәм Ҡаңлы улусының Ҡорған а. типтәрҙәре килеп ултыра. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 15 йортта 76 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 538 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете теркәлгән. С.Р.Рәхмәтуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.