ҠОРОШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 70 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 175 км алыҫлыҡта Ҡорош й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 411 кеше; 1920 – 543; 1939 – 500; 1959 – 443; 1989 – 212; 2002 – 205; 2010 – 175 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Озерки урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Балыҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1801 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губернаһынан килгән урыҫ крәҫтиәндәре Булат (тәүге төпләнеүсе М.О.Булатов фамилияһы б‑са) исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 37 йортта 212 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне, пристань булған. 1906 й. Яңы Ҡорош исеме м‑н иҫәпкә алынған, сиркәү, земство мәктәбе, шарап һәм 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында балыҡсылыҡ булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.