КҮЛБАЕВ Мөсәлим Георгий улы (8.8.1969, Ҡабарҙы‑Балҡар АССР‑ы Советский ҡсб), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2011). Ҡабарҙы- Балҡар ун‑тын (Нальчик, 1993), Б.В. Щукин ис. театр уч‑щеһын (Мәскәү, 1997; А.М.Поламишев курсы) тамамлаған. 1999—2010 йй. һәм 2011 й. алып БР Милли Йәштәр театрында урыҫ труппаһының баш режиссёры, бер үк ваҡытта 2012 й. башлап художество етәксеһе. 1996 й. алып Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрының художество етәксеһе, 2010—11 йй. баш режиссёры. Төрлө жанрҙарҙа эшләй. К. постановкалары сағыу театраллек – тәьҫирлепластика, һығылмалылыҡ, юмор, үҙенсәлекле сәхнә алымдары һәм интерпретациялары м‑н айырылып тора: Г.Корнелиссондың “Золушка”, Р.Киплингтың “Джунглиҙар китабы” б‑са А.И.Ганичевтың “Беҙҙең ҡаныбыҙ бер” (“Мы с тобой одной крови”), П.Бомаршеның “Тынғыһыҙ көн, йәки Фигароның өйләнеүе” (“Безумный день, или Женитьба Фигаро”), Е.Л.Шварцтың “Яланғас король” (“Голый король”) спектаклдәре һ.б. “Аяуһыҙ уйындар” (“Жестокие игры”; А.Н.Арбузов), “Убыр ғаиләһе” (“Семья вурдалака”; В.В.Сигарев), “Алтын болоттоң ҡуныуы” (“Ночевала тучка золотая”; А.И. Приставкин) спектаклдәрендә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙең соц. һәм әхлаҡи мәсьәләләре күтәрелә. “Икегеҙҙең дә өйөнә чума” (“Чума на оба ваши дома”; Г.И.Горин) спектакле ҙур уңыш яулай (репертуарҙа 10 йылдан ашыу; бөтәһе лә — Милли Йәштәр театры). Башҡорт драма театры сәхнәһендә К.Гольдониҙың “Йәрең көнләп ғәйбәт һөйләп…” (“Кьоджинские перепалки”); Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында Т.Уильямстың “Орфей тамуҡҡа төшә” (“Орфей спускается в ад”), Н.Р.Эрдмандың “Үҙ‑үҙенә ҡул һалыусы” (“Самоубийца”), А.П.Чеховтың “Апалы‑һеңлеле өсәү” (“Три сестры”), Гориндың “Геростратты онотоу” (“Забыть Герострата”) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. М.Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесы б‑са сәхнәләштерелгән әҫәр авторы. Ш.Бабич ис. Дәүләт пр. лауреаты (2005).

А.Ә.Балғажина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке