ҠАРАҒОШ (Aquila clanga), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көнсығыш Евразиянан алып Приморьеға тиклем таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 62—74 см, ауырлығы 1,6—2 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 155—182 см. Ҡауырһыны ҡарағусҡыл көрән төҫтә. Суҡышы ҡара. Ҡанаты киң, беренсе дәрәжә ҡағыу ҡанаттарының төбө һәм ҡойроҡ аҫты ҡауырһындары асыҡ төҫтә. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тырнаҡтары ҡара. Моногам. Ояһын (диам. 0,7—1,5 м, бейеклеге 0,5—0,8 м) ағас башында 4—20 м бейеклектә ботаҡтарҙан ҡора, ботаҡ һәм япраҡ түшәй. Ғәҙәттә, 2 ерәнһыу, көрән төрткөлө аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 42—44 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Ваҡ кимереүселәр, ҡоштар, йыландар, кеҫәрткеләр, тәлмәрйендәр, ҡайһы берҙә балыҡтар, емтек м‑н туҡлана. Һыубаҫар һәм һаҙланған урмандарҙа, һыу ятҡылыҡтары тирәһендә йәшәй.

Башҡортостанда һирәк оя ҡора, башлыса миграция ваҡытында Ағиҙел, Еҙем, Инйәр, Нөгөш (Ағиҙел й. ҡушылдығы), Өрөк, Өфө, Тере Танып, Эҫем йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтарының һыубаҫар туғайҙарында, Башҡортостандың Урал аръяғында ҙур күлдәр тирәһендә осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке