КУТЕПОВ Борис Иванович (1.7.1948, Өфө), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда, 1992 й. алып Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (1998 й. башлап лаб. мөдире) эшләй, бер үк ваҡытта 2004 й. алып БДУ-ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре гетероген катализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәр, алкилароматик углеводородтарҙы гидрирлау, парциаль окисландырыу, парафиндарҙы һәм олефиндарҙы дегидрирлау, этиленды окисландырып хлорлау процестары өсөн цеолитлы адсорбенттар һәм гетероген катализаторҙар әҙерләү технологияларына арналған. Уның ҡатнашлығында дуролды окисландырыу өсөн оксидлы катализаторҙар әҙерләү (80‑се йй. башында “Ангарскнефтеоргсинтез” ПБ‑нда етештереүгә индерелә) һәм пиромеллит диангидридын (80‑се йй. аҙ. — КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑нда; ҡара: “Уфанефтехим”), А һәм Х тибындағы, бәйләүес матдәләрһеҙ гранулаланған цеолитты (2002—03 йй. — “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) алыу технологиялары эшләнә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 58 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Регенерация катализаторов в нефтепереработке и нефтехимии. М., 1987 (авторҙ.); Алюмооксидные носители и катализаторы процесса оксихлорирования этилена на их основе. Уфа, 1999 (авторҙ.); Ароматизация углеводородов на пентасилсодержащих катализаторах. М., 2000 (авторҙ.).

А.Ф.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке