“КАРУАНҺАРАЙ” Сауҙа‑эш комплексы, ЯСЙ. Майҙандарҙы ҡуртымға биреү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Ер участкаһының терр‑яһы 5,5 Га, 36 мең м2 майҙанлы бинаны биләй, ш. иҫ. коммерция майҙаны — 15,5 мең м2, 450 машинаға иҫәпләнгән 12 мең м2 майҙанлы ер аҫты һәм ер өҫтө парковкалары бар. Күргәҙмәләр, йәрминкәләр, презентациялар һ.б. респ., ҡала сараларын үткәреү урыны булып тора. 1996 й. “Сауҙа рәттәре” ААЙ булараҡ ойошторола, 1999 й. хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә. 2006 й. алып «“Аркада” идара итеүсе компанияһы» составында.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке