ЙОНОС ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡҡа — б.э.т. 2 б. ҡараған археологик ҡомартҡы. Мәсетле р‑нының Йонос а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм 1969 й., 1972 й., 1980 й. өйрәнелә, 1982 й. А.И.Лебедев тикшерә. Майҙаны 3500 м2, 370 м2 ер ҡаҙылған. Аҫҡы ҡатламдарҙа (неолит—энеолит дәүере) таш әйберҙәр (бысаҡҡа оҡшаш пластиналар, ҡырғыстар, ярғыстар), керамика ҡалдыҡтары (ҡыя штамп эҙе м‑н биҙәлгән һауыттар) табылған. Өҫкө ҡатламда Иткүл мәҙәниәте (тальк һәм слюда ҡушып яһалған һәм һырҙар, ваҡ тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән, ауыҙы тышҡа ҡарай бөгөлгән түңәрәк төплө), Горохов мәҙәниәте (эре ҡом, слюда, тальк һәм шамот ҡушып яһалған шар йәки йомортҡа рәүешендәге, тешле штамп м‑н баҫылған кәкерсәктәр, ҡыя һыҙыҡтар һәм һырҙар м‑н биҙәлгән) һауыттары, көнкүреш кәрәк-ярағы (балсыҡ орсоҡбаштар, батырғыстар), металлургия ҡоралдары (таш сүкеш, балсыҡ сопло, шлак), хайуан һөйәктәре табылған. Усаҡ тирәләй 4 бағана соҡоро булған ярым ер өй рәүешендәге тура мөйөшлө торлаҡ асыҡланған. Торлаҡта ҡабыҡ м‑н ябылған ҡәбер табылған. Мәйет салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Бронза уҡ башаҡтары, таш ҡайраҡ табылған. Халҡы малсылыҡ, металл эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы таш быуат — иртә тимер быуат дәүерендә төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан терр‑яһына халыҡтарҙың килеп ултырыу этаптарын сағылдыра. Й.т. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Лебедев А.И. Новые памятники раннего железного века на северо-востоке Башкирии // Источники и источниковедение истории и культуры Башкирии. Уфа, 1984; Морозов Ю.А. Материалы по каменному веку Уфимского плато // Материалы по археологии Южного Урала. Уфа, 1992; Савельев Н.С. Население Месягутовской лесостепи в V—III вв. до н.э. Уфа, 1998.

Ю.А.Морозов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.