ҠОРОТ, башҡорт аш-һыуының традицион һөт аҙығы. Күп кенә төрки һәм монгол халыҡтарының аш-һыуында осрай. Башҡорттар Ҡ. айыртылған һәм ойотолған һыйыр (һирәкләп — кәзә) һөтөнән яһай. Ойотҡо итеп әсе Ҡ. йәки ҡатыҡ файҙаланалар. Эркетте эремсек барлыҡҡа килгәнсе ҡайнатҡас, киндер тоҡҡа һалып һарҡыталар. Ҡайнатҡанда ҡайһы ваҡыт ҡуйы ойоған һөт йәки ҡарағат сыбыҡтары, әҙер Ҡ. емеш-еләк (сейә, муйыл һ.б.) ҡушалар. Йәш Ҡ., шәкәр, май, ҡаймаҡ м‑н бутап, сәй табынына бирәләр, әсе Ҡ. һурпа һәм аштарға ҡушалар. Ҡ. һаҡлау өсөн тоҙлайҙар һәм, бәләкәй генә итеп йомарлап, тергә йәки ылашта киптерәләр; ҡайһы ваҡыт еңелсә ыҫлайҙар йәки туңдыралар. Башҡорттар Ҡ. элек-электән халыҡ медицинаһында файҙаланған.

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке